+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Апрель 2022, 15:00

Исемеңдән уңдыңмы икән?

Исемдәре ябай һәм ҡыҫҡа булған кешеләргә әйләнә-тирәләгеләр менән мөнәсәббәт ҡороуы ла, эшкә урынлашыуы ла күпкә еңелерәк икән: ундайҙар ыңғай ҡараш тыуҙыра. Исеме ябайыраҡ булған һайын кешенең хөрмәте лә арта, тиҙәр.

Исемеңдән уңдыңмы икән?
Исемеңдән уңдыңмы икән?

Шулай уҡ кеше үҙ исеменә оҡшаш исемдәргә ҡарата ыңғай ҡарашта икәнлеге лә асыҡланған. Әйтәйек, бер командала ике Кәрим икән ти, ул Зөлфәткә йәки Айҙарға ҡарағанда, икенсе Кәримде яҡыныраҡ күрәсәк. Тағы ла бик һирәк исемле бала дуҫтарҙы ауыр таба икән. Ундайҙарҙың бала, үҫмер саҡтарында аҡылһыҙлыҡтар эшләү осрағы ла күберәк, имеш.Исем генә түгел, фамилияның ниндәй хәрефкә башланыуы ла әһәмиәтле. А, Б һәм башҡа хәрефтәргә башланғанғандарҙың уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге лә арта, теләһә ниндәй исемлектә лә өҫтә булалар. Был ниндәйҙер тылсым һәм күктәге көстәргә бәйле түгел, ә ябай социология. Ә алфавиттың һуңында урынлашҡан хәрефтәргә төшөп еткәнсе иғтибар юғала, кеше арый. Ундайҙар "миңә килеп еткәнсе эшләп өлгөрөргә кәрәк", тигән фекер менән йәшәй.Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, исемдәре оҙонораҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға карьера яһауы еңелерәк икән. Зилә Ғәлиевнаға ҡарағанда Гүзәлиә Ғәлиевна хөрмәтлерәк яңғырай, имеш. Ә ир-аттарҙың карьераларында ҡыҫҡа исем, киреһенсә, тик плюс ҡына килтерә, тип әйтеүселәр бар.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: