+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Апрель 2022, 13:00

Серәкәйҙәр "сезоны" башлана

МДУ-ның биология факультетының дөйөм экология һәм гидробиология кафедраһы хеҙмәткәре Вадим Марьинский серәкәйҙәрҙең “тәм талымлауҙары” хаҡындағы популяр мифты кире ҡаҡты.

Серәкәйҙәр "сезоны" башлана
Серәкәйҙәр "сезоны" башлана

Белгес һүҙҙәренсә, серәкәйҙәр ҡорбандарын ҡан төркөмө буйынса һайламай, уларҙы кешенең еҫе һәм йылыһы йәлеп итә. Шуға ла әүҙем тирләүселәрҙең серәкәйҙән тешләнеү “бәхете” күпкә артығыраҡ. Әммә тирләгән кеше йәнәшәһендә башҡалар ҙа тура килһә, уларға ла эләгәсәк, сөнки был осраҡта ҡан эскес бөжәктәр кемде тешләргә, ә кемде – юҡ икәнен һайлап тормаясаҡ, тип өҫтәгән ғалим.

Фото: minval.az

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: