+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
7 Апреля 2022, 13:00

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ

*Иң әсе нәмә лә тел, иң сөсө нәмә лә тел.

Әйткән һүҙ –  атҡан уҡӘйткән һүҙ –  атҡан уҡ
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ

*Йөрөй белмәгән юл боҙор, һөйләй белмәгән ил боҙор.
*Ҡарттар һүҙен ҡар баҫмаҫ.
*Һүҙе хаҡтың йөҙө аҡ.
*Күп һөйләү һүҙгә оҫталыҡты аңлатмай.
*Һүҙҙең башынан элек аҙағын уйла.
*Уйламай һөйләһәң, ауырымай үлерһең.
*Тоҙһоҙ әҫәрҙе тоҙға бутауҙан фәтүә юҡ.
*Тоҙ сығарыусының да тоҙһоҙ һүҙ һөйләүе ихтимал.
*Һыйламаға һыйың булмаһа, һыйпамаға телең булһын.
*Телең оҙон булһа, ғүмерең ҡыҫҡа булыр.
*Бышылдап әйткән һүҙ алыҫҡараҡ ишетелә.

Үткербай ӘРЕМҒОЛОВ.

Фото: proza.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас