Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда, яҙғы баҡса эштәре мәлендә талпандарҙан һаҡланыу саралары тураһында онотмағыҙ! Тейешенсә кейенегеҙ, йәғни кейемегеҙ бөжәк тәнгә ҡаҙалмаҫлыҡ булырға тейеш, махсус һиптергес препараттар ҡулланырға ла мөмкин. Салбарығыҙ аяҡ кейеме йәки тығыҙ резинкалы нәски эсенә тығылған булһын. Өҫ кейеме лә салбар эсенә керетелһен, оҙон еңле булһа, бигерәк тә һәйбәт. Башты, муйынды тулыһынса ҡаплай торған баш кейеме кейегеҙ. Асыҡ төҫтәге кейемдә талпандар яҡшыраҡ күренә.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Талпандарҙың ҡаҙалыу осрағын кәметеү өсөн бер сәғәт, сәғәт ярым һайын үҙ-үҙеңде һәм иптәшеңдең өҫ кейемен, тәнен ҡарап күҙәтеп кенә торорға кәрәк. Ғәҙәттә, улар йомшаҡ һәм тиренең йоҡа булған өлөшөн ярата. Шуға ла күберәк ҡолаҡ арты, баш-муйын, ҡултыҡ аҫты, боттоң, ҡулдың йомшаҡ ере, эс тирәләренә ентеклерәк күҙ һалығыҙ. Талпанды кешенең еҫе йәлеп итә, әҙәм уның тешләүен һиҙмәй ҙә ҡала, сөнки ауырттырмай ғына ҡаҙала. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң ҡаҙалған урын шешә, был дошманды табырға һәм алып ташларға мөмкинлек бирә. Инкубация ваҡыты 7-14 көн дауам итә.
Ә шулай ҙа белеп ҡуйығыҙ, талпан энцефалитының тәүге билдәләре:
— ҡапыл башлана;
— ҡалтырата, тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә;
— ныҡ итеп баш ауырта;
— тән ауырта, хәлһеҙлек, уҡшыта;
— бит, күҙ ҡыҙара;
— сир башланғандан алып 3-5 көн үткәс нерв системаһының ҡаҡшауы мөмкин: көҙән йыйырыу, һаташыу, аяҡтарҙа хәлһеҙлек күҙәтелә.Талпан энцефалитының эҙемтәләре төрлөсә. Ҡайһы берҙә талпан тешләгән урын бер аҙ ҡыҙарып тора, һуңынан ул ҙурая, диаметры ун сантиметрға етеүе бар. Был талпан боррелиозы менән зарарланыу тигәнде аңлатырға мөмкин. Ошондай шикле билдәләре беленеү менән шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һаҡ булайыҡ, дуҫтар!
Фото: klopkan.ru