Тәүҙәрәк ҡыҙыҡ та кеүек тойола, эйеме. Баш ҡалала ике-өс йыллап тирәһе кикшеринг тигән хеҙмәт әүҙем ҡулланыла башланы – үҙенсәлекле контактһыҙ йәмәғәт транспорты. Уны кәрәкле урынға барып етеү өсөн генә түгел, былай ғына йөрөп килергә лә алып торорға була. Әлегә ҡаланың барлыҡ райондарында булмаһа ла, яҡын арала был хеҙмәтте киңәйтеү планлаштырыла. Әгәр элек электр самокатында парк зоналарында ғына йөрөргә мөмкин булһа, хәҙер махсус хеҙмәт менән файҙаланып, уларҙа ҡала буйлап та елдерергә ярай.
Өфөлә кикшеринг хеҙмәте 2020 йылда уҡ эшләй башланы. Ә ошондай станцияларҙы ойоштороу ҡарары 2019 йылдың ноябрендә үк ҡабул ителгәйне. Самокаттарға килгәндә, улар велопарковкаларға ҡуйыла. Уны сафҡа индереү смартфон аша башҡарыла, ҡулланыр өсөн рулендәге QR-кодты сканерлайһың, ә ҡушымтаны телефонға алдан уҡ индереп ҡуйырға кәрәк. Ана шуның аша яҡындағы электр скутерҙары булған урындарҙы күрергә мөмкин. Сәфәр тамамланғас, транспорттың ваҡытлыса булған хужаһы билдәләнгән парковкаға килеп, ҡушымталағы “Финиш” төймәһенә баҫып, прокаттың тамамланыуын хәбәр иткәс, махсус ҡоймаларға трос һәм йоҙаҡ ярҙамында бикләп, бер нисә фотоһүрәт төшөрөп ебәрергә тейеш.
Шуныһы мөһим! Электр транспортын йөрөтөү өсөн махсус таныҡлыҡ кәрәкмәй, әммә йәш сикләүҙәре бар, 18 йәше тулмағандарға самокат бирелмәй. Ҡоролма менән идара итеү ауыр түгел, ә хәүеф-хәтәрһеҙ генә тәғәйенләнгән урынға барып етеү мөһим.