Бының өсөн һары тәмлекәсте урталай бүлеп, эслеген алырға ла, эсенә тупраҡ тултырып, орлоҡ сәсергә генә кәрәк. Тик ҡабыҡтың төбөн тишергә онотмағыҙ. Әфлисун ҡабығы тарҡалған һайын, йәш үҫентене туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итәсәк. Бындай файҙалы көршәктәрҙе йомортҡа ҡабығынан да яһарға мөмкин. Ул үҫемлекте кальций менән туйындырасаҡ.