Әгәр беренсе типҡа инәһегеҙ икән
Һеҙ үҙ донъяғыҙҙа йәшәүсе кеше. Хистәрегеҙҙе башҡалар алдында асып һалмайынса, мөнәсәбәттәрҙе аҙым артынан аҙым яһап, эҙмә-эҙлекле ҡораһығыҙ. Донъяһына төкөрөп тә бирмәйем тигән битараф ҡиәфәт күрһәтергә тырышһағыҙ ҙа, ялған менән осрашҡанда сәсрәп сығаһығыҙ. Һағыраҡ булығыҙ, таяҡты тотҡан еренән һындырырға ашыҡмағыҙ.
Икенсе типҡа ҡараһағыҙ
Һеҙ сабыр, теләһә ҡайһы хәлдә сиселеш юлдарын табырға һәләтлеһегеҙ. Әммә бер ваҡытта ла беренсе аҙымды яһамайһығыҙ. Яҡындарығыҙға тоғролоҡ һаҡлайһығыҙ, үҙ яртығыҙға тейешле иғтибар бүләһегеҙ. Таныштарығыҙ һеҙҙе “нескә күңелле” тип атап йөрөтәләр. Кәйефегеҙ бик тиҙ төшөүсән, бик йыш ҡына йоҡоғоҙ туймай. Йышыраҡ ял итегеҙ!
Өсөнсө тип кешеһе
Һеҙ ғәҙәт буйынса йәшәүсе, яңылыҡ асырға яратмайһығыҙ. Шуға ла ниндәйҙер форсатты ысҡындырҙым бит тип, үҙегеҙҙе үҙегеҙ әрләп тә алаһығыҙ. Изге күңеллеһегеҙ, ҡайғыртыусан, асыу һаҡламайһығыҙ. Башҡалар һеҙҙә ышаныслы кешене күрә.
Фото: https://kamatani.ru/