Эргәлә генә иҫкереп бөткән тәпәш кенә өйҙә көнсөл ҡарт йәшәгән. Яйы сыҡҡан һайын яңы күршеһенең кәйефен төшөрөп, һәр саҡ этлек эшләп маташҡан: ҡапҡа төбөнә сүп өйөп ҡуйһынмы, йә кәртәһен һындырып, кәзә-һарыҡтар тулһынмы...
Шулай бер көндө бай кеше таң менән күтәрмәгә сыҡһа, ишек алдында бер биҙрә йыуынты һыу ултыра, ти. Ул аптырап ҡалмаған, һыуҙы түгеп, һауытты ялтыратып йыуған да эсенә баҡсаһындағы иң эре ҡыҙыл алмаларҙы тултырып ҡартҡа инеп киткән.
Ишек шаҡығанын ишетеп, тегенеһе: «Тәки бының теңкәһен ҡороттом, бит әй!» – тип шатланып килеп сыҡһа, күршеһе өйәләмә тулы биҙрәне һоноп былай тигән:
– Кем нимәгә бай, шуның менән бүлешә инде! – тигән дә боролоп сығып киткән.