Йыһан киңлегендә Ер шары эллипс буйынса хәрәкәт итә. Ә Ҡояш был эллипстың үҙәгендә урынлашмаған, шуға күрә уның менән Ер шары араһындағы ара гел үҙгәреп тора. Мәҫәлән, ғинуар башында ул арауыҡ 147 миллион 100 мең километр, ә июлдә 152 миллон 100 мең километр тәшкил итә. Тимәк, йылы йә иһә һалҡын ел миҙгеле етеү Ер менән Ҡояш араһындағы араға ла бәйле түгел.
Ер, Ҡояш тирәләй ҙә, үҙ күсәрендә лә әйләнә. Әгәр ерҙең күсәре Ҡояшҡа ҡарата тура мөйөш яһап урынлаша икән, йылдың төрлө ваҡытында уның нурҙары ергә төрлөсә төшә. Нурҙар тура итеп төшкәндә, улар ерҙе көслөрәк йылыта. Ә Ергә ҡыйыҡ төшһәләр, нурҙар ерҙе улай уҡ ныҡ йылыта алмай. Ә Ҡояш үҙе һәр ваҡыт экваторға ҡарай, шуға күрә унда бер ҡасан да һалҡындар булмай, йыл миҙгелдәре лә киҫкен генә алышынмай. Ә Ер төньяҡ ярымшары менән Ҡояш яғына әйләнгәндә, экваторҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан илдәрҙә көндәр оҙон һәм йылы, ә көньяҡта һалҡын һәм ҡыҫҡа. Ер көньяҡ ярымшары менән Ҡояшҡа ҡарағанда, көньяҡта - йәй, төньяҡта ҡыш етә. Бына шулай, дуҫтар!