Белеүебеҙсә, Элвин Грей псевдонимы аҫтында танылған 32 йәшлек йырсы башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә йырҙар башҡара. Егерме һигеҙ йәшендә (2017) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы булғайны. Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, “Яңы моң” проекты авторы.
Яҡташыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да ҙур ижади бейеклектәр теләйбеҙ!