«Башҡортостандан килгән ҡунағыбыҙ. Уның һәр йыры хитҡа әүерелә, бөгөн беҙ унан интернетта 70 миллион тапҡыр ҡаралған йырҙы башҡарыуҙы һораныҡ», - тип йырсыны таныштырҙы Андрей Малахов.
Тәүҙә Эдуард үҙенең «Күңел йылына» йырын башҡарҙы, һуңынан, гитараға, Рим Хәсәновтың данлыҡлы «Ҡышҡы романс»ын башҡорт телендә матур итеп йырланы. Комментарийҙа тамашасылар, башҡарыусының нимә тураһында йырлағанын аңламаҡ та, күңел йыр менән бергә илай, тип яҙҙы.
Эдуард Хөснөтдинов - автор-башҡарыусы, композитор, аранжировкалаусы, «Шансон радиоһы» резиденты, Нефтеюганск ҡалаһында тыуған. Бүздәк районында, Туймазыла йәшәгән. Ә гитарала 12 йәшендә үк уйнарға өйрәнә. Әлеге мәлдә мәҙәниәт бүлеген етәкләгән «Хазина» ансамбле етәксеһе Рәмзин Әпсәләмовта ҡурайҙа уйнау оҫталығы менән дә шөғөлләнә. Эдуард Октябрьский ҡалаһының музыка колледжын тамамлай, башҡорт фольклор бүлегендә уҡыған, һуңынан Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында музыка факультетында белем ала. Бик күп музыканттар кеүек, ижад эшен ресторандарҙа йырлап башлай.
Фото: afisha-ufa.ru