+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Апрель 2022, 11:00

Бөгөн – Ҡәҙер кисе

Мосолмандар өсөн айҙар араһында – Рамаҙан, көндәр араһында – Йома көнө, кистәр араһында – Ҡәҙер кисе  мөбәрәк һанала. Был көндәрҙе ғибәҙәт ҡылып, доғалар уҡып, тәүбә итеп уҙҙырырға кәрәк.

Бөгөн – Ҡәҙер кисе
Бөгөн – Ҡәҙер кисе

“Ҡәҙер кисе мең айҙан да хәйерлерәк, сауабы мең ай ҡылған ғибәҙәттән артығыраҡ”, – тиелә Ҡөръән Кәримдең 97-се “әл-Ҡәҙер” сүрәһенең 3-се аятында.

Был төн – тыныслыҡ, именлек киселер. Ер йөҙөнә килгән фәрештәләр именлек, тыныслыҡ менән киләләр. Улар  күберәк ғибәҙәт ҡылыусылар менән бергә булырҙар, ти. Ул кисәлә шайтан да үҙенең мәкерлеген ҡыла алмаҫ.

Ҡәҙер төнөнөң үҙенә генә хас билдәләре лә бар. Башҡа төндәрҙән яҡтыраҡ, нурлыраҡ булыр. Уның төнө бик тыныс, елһеҙ, матур, имен булыр. Артыҡ эҫҫе, йә артыҡ һалҡын булмаҫ. Был кистә йондоҙҙар ҙа атылмаҫ. Ҡәҙер кисенән һуң килгән көндөң ҡояшы ла артыҡ яҡтыртмаҫ, сөнки ул көндө шайтанға ҡояш менән бергә торорға мөмкинлек булмаҫ, ти.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: