Бына бер заман вәзирҙәр ил буйлап буласаҡ вариҫты эҙләп сығып китә. Бар донъяны гиҙеп тә үҙҙәренең талаптарына ярағанды тапмайҙар. Кире әйләнеп ҡайтҡанда юл буйында бәләкәй генә ауылға туҡталып, ял итеп алырға булалар.
Иҫке генә йорт алдында ултырған бер ир баланы күреп:
– Өйҙә берәй өлкән кеше бармы, атайың ҡайҙа? – тип һорай вәзирҙәрҙең береһе.
– Йәшәү сәсә, – тип серле генә яуап биргән малай.
Тегеләр бындай яуапҡа аптырап, яңынан һорай:
– Нисек инде, йәшәүҙе сәсеп буламы ни?
– Баҫыуҙа ул, икмәк сәсә, – тигән малай. – Бына шул уңышты йыйып алғас, беҙгә ҡыш сығырға ризыҡ була.
– Ә-ә-ә. Улай булғас, әсәйеңде саҡыр, – ти икән былар.
– Ул да өйҙә юҡ, бурысҡа күҙ йәше биреп торорға китте, – ти йомаҡлап малай.
Йәнә был һүҙҙәрҙән шаҡ ҡатҡан тегеләр.
– Шуны ла аңламайһығыҙмы ни? Кисә күрше үлеп киткәйне, бөгөн уны ҡайғырып-илап, һуңғы юлға оҙаталар. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була, ваҡыты еткәс, улар ҙа беҙгә инер.
Асыҡҡан вәзирҙәр малайҙан тамаҡ ялғап алыр өсөн саҡ ҡына булһа ла ризыҡ һәм эсергә йөҙөм шарабы сығарыуын үтенгәндәр.
– Һеҙ тәүҙә аттарығыҙҙы виноград ҡыуағына бәйләп тороғоҙ, йәме, һуңынан һорағанығыҙҙы сығарырмын, – тигән малай.
Вәзирҙәр йорт тирәләй әйләнеп йөрөгән, тик бер ниндәй ҙә виноградҡа оҡшаған үҫемлекте күрмәгән. Былар аптырап, кире өй тупһаһына килгән дә: «Һин ни эшләп беҙҙән булмаған ҡыуаҡты эҙләтәһең», – тигән асыулы тауыш менән.
– Шулай булғас, беҙҙә йөҙөм шарабы ҡайҙан булһын инде?
Тамам баштары ҡатҡан вәзирҙәр бер-береһенә ҡарашып: «Ҡара әле, был малай бигерәк аҡыллы һәм зирәк икән. Батшабыҙға алмашҡа килерлек бына тигән ул буласаҡ», – тип, ниһайәт, эҙләгәндәрен табып, ҡыуанышып ҡайтып киткән, ти.
Ни тиһәң дә, күп таланттар, һәләтлеләр төпкөлдән, ябай халыҡ араһынан сыға ла инде.
https://yanshishma.com/articles/t-rbi-m-kt-be-/2021-07-03/a-yllylar-zir-kt-r-ay-a-2392927
Фото: вконтакте24.рф