+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән
30 Апреля 2022, 10:00

Селфийың ниндәй – үҙең шундай!

Үҙеңде селфиға төшөрөп, шунда уҡ социаль селтәрҙәргә һалыу ғәҙәткә әйләнде

Селфийың ниндәй – үҙең шундай!Селфийың ниндәй – үҙең шундай!
Селфийың ниндәй – үҙең шундай!

Ҡайһы саҡта шунһыҙ йәшәй алмаҫ кеүекбеҙ тойола. Ниндәй генә фотоһүрәттәр юҡ! Кем менәндер ҡосаҡлашҡаны, үбешеп төшкәне лә, ҡайҙалыр йөрөгәнебеҙ, барғаныбыҙ ҙа. Күрешеп һөйләшмәйенсә лә селфи барыһын да һөйләп тора.
Шуныһы ҡыҙыҡ: уға ҡарап, кешенең холоҡ-фиғелен дә белеп була икән. Ысын-ысын! Һин ниндәйһең икән, булмаһа, ҡарап ҡарайыҡ әле. Күңелеңә оҡшаған бер нисә фотоһүрәтеңде һайлап ал да күҙ һалайыҡ.

* Дуҫтарың менән селфи төшөргә яратаһың, тимәк, һин күңелсәк, аралашыусан кешеһең, иптәштәреңде ҡәҙер-хөрмәт итәһең.
* Фотоһүрәттәреңдә күп ваҡыт шарф, яулыҡ ябынып, свитер кейеп, үҙ-үҙеңде йәшерәһең. Был тиҙ рәнйеүсән, нескә күңелле икәнлегеңде белдерә.
* Усын яңағына ҡуйырға яратыусылар үҙҙәрен бик аҡыллы тип һанай.
*Һәр ваҡыт ниндәйҙер әйбер тотоп төшөргә яратыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, сынаяҡ, ручка... Уларҙың ниндәйҙер һорау буйынса үҙ уй-фекерҙәре юҡ тигәнде аңлата был.
* Селфиҙа эйәгең нисек? Өҫкә күтәрелһә, тормошоңдан ҡәнәғәтһең, үҙ-үҙеңә бик ышанаһың. Аҫҡа төшһә, нимәгәлер бик борсолаһың, тормош ауырлыҡтары баҫҡан. Йә иһә йомоҡ, һаҡ икәнеңде һөйләй.
* Фотола иренеңде ҡымтыныңмы? Һинең тормошоңда нимәлер бара, хис-тойғоларыңды кемдәндер йәшерергә тырышаһың.
*Әгәр кеше селфи эшләгәндә ҡыланмай, тәбиғи булырға тырыша икән, ул күңел торошоноң тыныслығы, үҙ-үҙенә ышаныусан икәнлеген белдерә.
* Күптәр буянып-төҙәнеп төшөргә ярата. Бының да һис насарлығы юҡ. Кәйеф шәплеген, башҡаларҙан айырылып торорға яратыуҙарын еткерә.

Фото: elizovo.kamafisha.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас