Тәбиғәттең ошондай иҫ китмәле мөғжизәһен Белорет районында ла күрергә була (1-се фото). Ул район үҙәгенән 15 саҡрым алыҫлыҡта, Отнурок ауылына етәрәк һул яҡта, урынлашҡан. Тауҙар емерелеп, шунан шыуып төшкән таштарҙан барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо – 200 метр самаһы. Таштарҙың ауырлығы – йөҙәр, меңәр килограмм тирәһе. Иғтибар менән тыңлаһаң, үҙе күренмәһә лә, аҫтан сылтырап ҡына аҡҡан йылғаның тауышын ишетергә мөмкин.
Тәбиғәттең иҫ китмәле был күренешен Исҡушты ауылы эргәһендә, Ләмәҙ йылғаһының һул яҡ ярында ла, осратырға мөмкин (2-се фото). Эргә-тирәһен ҡалын урман ҡаплап, төрлө үҫемлектәр күп булһа ла, был таштар араһында бер нәмә лә үҫмәй.
Ә бына Силәбе өлкәһендәге Тағанай милли паркында донъялағы иң ҙур, иң матур, башҡаса оҡшашлығы булмаған ошондай таш йылға «аға». Уның оҙонлоғо – 6 мең, ә киңлеге 700 метрға етә. Әммә ҡасан барлыҡҡа килгәне әлегә билдәһеҙ. Уны Һиндостандағы таш йылға менән сағыштыралар, ләкин үҙенең үҙенсәлектәре яғынан барыбер беҙҙәгенән ул ҡайтышыраҡ. Бына ниндәй мөғжизәләр бар донъяла. Барып күргегеҙ килеп киткәндер әле, шулаймы? Хәҙер уларҙың ҡайҙа икәнлеген беләһегеҙ, атай-әсәйҙәрегеҙ менән һөйләшеп, бер сәйәхәт ҡылһағыҙ, ғүмерлеккә иҫегеҙҙә ҡала инде.
https://yanshishma.com/articles/t-bi-t-m-y-sh/2021-06-16/tash-yyl-alar-2362437