Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Май 2022, 11:00

Иртә лә томан, кис тә томан

Таң менән берәй ҡайҙа барырға сыҡҡанда ер өҫтөнә һуҙылып ятҡан томанды күргәнегеҙ барҙыр. Ә ул нисек барлыҡҡа килә һуң?

Иртә лә томан, кис тә томан
Иртә лә томан, кис тә томан
Томан – ул ер өҫтөндәге болот. Күктәге болот менән томан араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ. Болот ер йә һыу өҫтөндә булғанда беҙ уны “томан” тип атайбыҙ. Ғәҙәттә, томан төнөн йә иртән иртүк пәйҙә була. Ул йылы ер өҫтөнә һалҡын һауа төшөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Уны йыш ҡына көҙ көнө күрергә мөмкин, был ваҡытта һауа һәм ер һыуға ҡарағанда тиҙерәк һыуына. Ана шул йылы һауа менән һалҡыны ҡушылғанда барлыҡҡа килә лә инде. Ҡалалағы томан ауылдыҡына ҡарағанда күпкә ҡуйыраҡ, сөнки ҡала һауаһында ҡором менән туҙан күп. Улар һыу тамсылары менән ҡушылып, ҡуйы юрған хасил итәләр.
Ә һеҙ беләһегеҙме, ерҙең иң томанлы районы булып Ньюфаундлендың (Канада) һыу буйы һанала. Бында йылы дымлы һауа поляр түңәрәк яғынан ағыусы һалҡын һыу менән осраша. Һыуҙың һалҡыны йылы һауаны ваҡ ҡына һыу тамсыларына әйләндерә. Улар ямғыр хасил итер өсөн етерлек ҙурлыҡта түгел, шуға күрә ямғыр булып яумай, ә томан рәүешендә һауала эленеп кенә тора.
Ә бына Сан-Францисколағы томандар бөтөнләй башҡаса барлыҡҡа килә. Бында иртәнге һалҡынса бриз йылы ҡом дюналары яғына иҫә. Ҡомдо еүешләп, ямғыр яуып уҙған булһа, парға әйләнеп барған дымдан ҡуйы томан ҡатламы барлыҡҡа килә.
Ә ни өсөн томан болотҡа ҡарағанда ҡуйыраҡ булып күренә һуң? Был томан тамсыларының ямғырҙыҡына ҡарағанда бәләкәйерәк булыуы менән бәйле. Күп һанлы эре тамсылар яҡтылыҡты эре ямғыр тамсыларына ҡарағанда күберәк йота. Шуға күрә томан беҙгә ҡуйыраҡ булып тойола ла инде.
 
Фото: goodfon.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: