-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Май 2022, 12:00

Һеҙҙән бизнесмен сығыр инеме икән?

Түбәндәге табышмаҡтарҙы сисеп ҡарағыҙ әле...

Һеҙҙән бизнесмен сығыр инеме икән?
Һеҙҙән бизнесмен сығыр инеме икән?
Был заманда кемдең генә бизнесмен булғыһы килмәй? Тик барыбыҙҙың да ҡулынан килмәй шул... Һәләт тә, һиҙгерлек тә, теләк тә, уңғанлыҡ та, ниндәйҙер дәрәжәлә әрһеҙлек тә мөһим, тип иҫәпләй был өлкәлә бер ни тиклем тәжрибәһе булғандар. Шулай ҙа, бәлки, һеҙҙә лә эшҡыуарлыҡ һәләте йәшеренеп яталыр. Быны асыҡлау өсөн түбәндәге табышмаҡтарҙы сисеп ҡарағыҙ әле!
 
***
...Ике компаньон араһында ете миллион һумды береһендә икенсеһенә ҡарағанда өс миллионға күберәк ҡалырлыҡ итеп нисек бүлергә?
 
***
...Ғаилә предприятиеһында ағайҙар һәм һеңлеләр эшләй. Бер ағайҙың ир туғандары һәм һеңлеләре һаны бер иш, ә уның бер ҡыҙ туғанының һеңлекәштәре ир туғандары һанынан ике тапҡырға кәм. Ғаилә предприятиеһында күпме ир һәм ҡыҙ туған эшләй
 
***
...Эшҡыуар Ҡарасура, банкир Аҡъегет һәм юрист Ерәнсә эшлекле һөйләшеүгә йыйылған. Көсөргәнеште кәметеү маҡсатында береһе: ”Ҡыҙыҡ, беребеҙҙең дә сәс төҫө исемебеҙгә тап килмәй”, - тип көлөмһөрәгән. Шулай тигән дә ҡап-ҡара сәстәрен һыйпап ҡуйған.”Эйе, Һеҙ хаҡлы”, - тигән банкир.
 
***
Осрашыуҙа ҡатнашыусы һәр кемдең сәсе ниндәй төҫтә?
 
Сисә алдығыҙмы? Тимәк, һеҙҙә эшҡыуарлыҡ һәләте юҡ түгел.
 
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2019-10-26/e-n-biznesmen-sy-yr-ineme-ik-n-612016
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: