20 бүҙәнә көнөнә 500 грамм махсус комбикорм ашай, бүҙәнәләр өсөн булғаны һатыуҙа бар. Бер тоҡ бер айға етә. Тимәк, бер ай ашатыуға 1000 һум аҡса кәрәк.
Бүҙәнәнең ите лә, йомортҡаһы ла бик файҙалы. Мәҫәлән, йомортҡаһы В витаминдарына, алыштырғыһыҙ аминокосилоталарға, башҡа файҙалы матдәләргә бай. Диетик аҙыҡ төрөнә инә. Ауырыуҙарҙан һуң ашарға кәңәш итәләр, авитоминоз, анемия, үпкә һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән йонсоғанда файҙалы. Дүрт кешенән торған ғаиләне ит һәм йомортҡа менән тәьмин итеп тороу өсөн 20 ҡош етә. Бынан тыш, инкубатор булыуы кәрәк. Беҙҙең инкубатор 64 йомортҡалыҡ. Бүҙәнәләребеҙ көн һайын яҡынса 15 йомортҡа һалып тора. 20 ҡош ҡына тотҡанда, әлбиттә, йомортҡаларын һатыуға сығарып булмай. Үҙебеҙгә ашауға ғына китә. Бүҙәнә тотҡан таныштарым иһә 20 йомортҡаны 80 – 100 һумға һата. Һыуытҡыста бүҙәнәнең йомортҡаһы алтмыш көнгә тиклем боҙолмай һаҡлана ала.
Фото: agrobook.ru