+20 °С
Ясно
Төрлөһөнән
8 Мая 2022, 06:00

Приказ үтәлде!

Бөйөк Ватан һуғышы. «Ил-2» звеноһы заданиеға оса. Улар фронт һыҙығы өҫтөндә көслө зенит уты аҫтына эләгә. Бер самолет зыянлап, кирегә борола. Уға ике бомба тағылған.

Приказ үтәлде!Приказ үтәлде!
Приказ үтәлде!

Бомбалар менән ергә ултырыу ҡәтғи тыйыл­ған. Тыныс халыҡ һәм ғәскәрҙәр зыян күрмәһен өсөн, осоусы уларҙы аэродром янындағы күлгә ташларға ниәтләнә.
Был ваҡытта һөжүм итеүсе авиация полкында армия штабы начальнигы була. Генерал яу­гирҙарҙы бүләкләгәс, комсостав менән өҫтәл артына ултыра. Йәй. Табынды осоу һыҙатынан саҡ ҡына ситтәрәк, асыҡ һауала ойош­­торалар.
Часть – һәйбәттәрҙең береһе, уға үҙ эшенең оҫтаһы майор командалыҡ итә. Полктағыларҙың барыһы ла уға сираттағы звание бирелер тип көтә. Ләкин тикше­реүсе яңы погондар алып кил­мәгән, уның майорҙы ҡапшап ҡарарға теләүе һиҙелеп тора.
Табында тейешле йөҙ грамды ҡоялар, өҫтәлгә таҡы-тоҡо ризыҡ ҡуялар. Генерал ике ҡалаҡ ҡап­ҡас, полк командирына мөрәжә­ғәт итә:
– Нимә, һеҙҙә ашарға концентраттар ғынамы ни?
– Эйе, барыһы ла өйрәнде инде.
– Кешеләр хаҡында яҡшыраҡ хәстәрлек күрергә кәрәк.
– Беҙгә ни килтерәләр, шуны ашайбыҙ, үҙебеҙ таба алмайбыҙ.
– Ана күл, унда балыҡ етерлектер.
Һәм дүрт йөҙ метр алыҫ­лыҡ­тағы күлгә төртөп күрһәтә.
– Бының өсөн беҙҙә кәрәк-яраҡтар ҙа юҡ.
– Кәрәк-яраҡ нимәгә? Һин бомба ташла, бөтә балыҡ өҫкә ҡал­ҡып сығыр.
– Миндә буш кешеләр ҙә юҡ, башҡа мөһим эштәр ҙә етерлек.
– Бәхәсләшмәйбеҙ, майор, быны приказ тип иҫәпләгеҙ, үтәргә тотоноғоҙ, үтәгәс, миңә әйтер­һең.
– Есть! – тигән яуапты ишеткәс, генерал өҫтәл артынан сығып йөҙ грамм ебәрә лә, мотор тауышын ишетеп, башын күтәрә.
Урман артынан «Ил-2» килеп сыға ла, күл өҫтөнән осҡанда бомбалар ташлай. Ике олоғара фонтан һауаға күтәрелә. Шартлау тулҡыны баш кейемдәрен алып осора, кешеләр сүкәйергә мәж­бүр була. Фуражкаһын күтәргәс, штаб начальнигы үҙенә табан атлаусы майорҙы күрә. Бер метр ҡалғас, аныҡ тауыш менән:
– Иптәш генерал, һеҙҙең приказ үтәлде! – ти ул.
Генерал ғәжәпләнеп:
– Маладис, майор, погондары­ңа тишек тиш, – ти. Шунан танау аҫтынан мығырлай: – Һөйләһәң, бер кем дә ышанмаҫ.
Машинаһына ултыра ла китеп бара. Ә полк ике көн буйына Америка консервалары урынына ваҡ, ҡылсыҡлы табан балығы ашарға мәжбүр була.

Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.

 

Приказ үтәлде!
Приказ үтәлде!
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас