Баҡтиһәң, ялған документтарҙың сифаты бик һәйбәт булһа ла, тап бына немец сифаты уларҙы төп башына ултыртҡан да инде. Немец скрепкалары тутыҡмаған! Ә беҙҙең документтарҙа бер нисә көндән һуң уҡ тутыҡ скрепкаларҙан һары тап барлыҡҡа килгән.
***
Беҙҙең разведчиктар бер ниндәй проблемаһыҙ «тел» алған. Был немецтарҙың сәменә тейгән, улар уяулыҡты арттырыу өсөн сәнскеле тимер сыбыҡтарға консерва банкалары тағып сыҡҡан. Беҙҙекеләр ҙә юғалып ҡалмаған, тимер сыбыҡҡа бау бәйләгәндәр ҙә кистән уны тартырға тотонғандар. Немецтар борсола, йүгерешә, ата, ә беҙҙекеләр окоптарҙа ауыҙ йырып ултыра. Төнгө өскә тиклем немецтарҙы интектерәләр. Тегеләр иғтибар итмәй башлағас, беҙҙекеләр улар яғына еңел генә үтеп, яңынан «тел» алып ҡайтҡан.
***
Немец пехотаһының тотош ике батареяһы 1941 йылдың 25 июнендә Мельники янында ҡамалыштан сыҡҡан совет яугирҙары тарафынан ҡул һуғышында юҡ ителгән.
***
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яуҙарҙа аттар ғына түгел, дөйәләр ҙә ҡатнашҡан. Яшка ҡушаматлыһы хатта Берлинға тиклем барып еткән.
***
Немецтарҙың «Шторх» тибындағы түбәндән осҡан самолеты кемдер ерҙән ни булһа ла булыр тип ырғытҡан гранатанан шартлаған.
***
Немецтарҙы яуыздар тип күҙ алдына килтерһәләр ҙә, улар беҙҙекеләргә ҡушылып бер мәл атышыуҙы туҡтатҡан, сөнки көтмәгәндә улар араһынан ҡуян йүгереп үткән дә тәпәйе менән йөнө ҡойолоп бөткән ҡабырғаһын ҡашырға тотонған.
***
Сталинград яуы ветерандары төндә беҙҙекеләрҙән немецтарға һәм киреһенсә йөрөүсе бесәй тураһында һөйләгән. Уны һалдаттар һыйлаған, сөнки беҙҙең яҡта ла, немецтарҙа ла йәнлектәрҙе яратыусылар табылған. Ҡот осҡос һуғыш барғанда бесәй ашатыуҙы күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ.
***
Гитлер Юрий Левитандың башына 250 мең марка билдәләгән. СССР властары уны Сталиндың үҙенә ҡарағанда нығыраҡ һаҡлаған.
Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.