Уларҙы был саҡта ашау ҙа, уйнау ҙа ҡыҙыҡһындырмай, имеш. Йыш ҡына кәйефтәре булмау сәбәпле, хужаларына зыян һалырға, төрлө мәкерле эштәр ҡылырға ғына торалар. Бесәйең һинең турала нимә уйлай? Ниңә ул һәр ваҡыт ҡәнәғәтһеҙлек белдерә? Бәлки, уның алдында һинең ғәйебең барҙыр?
***
Эйе, эйе, бесәйҙәрҙең тормошонда берәй нимә үҙгәрә икән, уларҙың быға бик асыуы сыға. Әйтәйек, иртәнге ашы теүәл ваҡытта бирелмәһә, уйынсыҡтары үҙе теләгән ерҙә тәгәрәп ятмаһа, йоҡоһон бүлеп,ваҡытһыҙ һыйпай башлаһаң, ул бөтә донъяға нәфрәт белдерә.
***
Бәләкәс балаларҙы ла бик яратып бөтмәйҙәр. Сөнки уларҙың илауын бесәйҙәр, үҙҙәренсә ҡурҡыныс янай, тип ҡабул итә. Өҫтәүенә, балалар уларҙың мыйыҡ-ҡойроғонан тартып йонсоторға ярата. Етмәһә, был йән эйәләре үҙҙәренең хужаларын бәләкәстәргә ҡарата көнләшә лә икән, сөнки иғтибар балаға йүнәлтелгәс, улар үҙҙәрен һуңғы урында, тип уйлай.
***
Шуныһы ҡыҙыҡ, бесәйҙәр үҙенә кәрәк булһа, алдығыҙға килеп һырпалана башлаясаҡ. Ә башҡа осраҡта тешләп, тырнап та китергә бер ҙә һорап тормаясаҡ.
***
Ғалимдар фекеренсә, был йән эйәһе һыуҙан, еүешләнеүҙән ҡурҡа. Йөнө еүешләнеүе уның өсөн ҡот осҡос хәл булып тойола. Шуныһы ҡыҙыҡ, бесәйҙәр киҫкен еҫтәрҙе бөтөнләй үҙ итмәй.
Фото: stom-mag.ru