Беҙгә кәрәк буласаҡ:
- 1 стакан ағас көлө;
- 2 грамм марганец;
- 2 грамм бор кислотаһы (порошогы);
- 1 сәй ҡалағы йод.
Уңдырышлы шыйыҡсаны нисек әҙерләргә:
Көлдө 2 литр ҡайнап торған һыуға һалырға ла һыуынғанын көтөргә. Иретелгән көлдө 10 литрлы биҙрәгә һөҙөп һалып 8 литр һыу өҫтәгеҙ. Шунда уҡ өҫтә күрһәтелгән миҡдарҙа марганец, бор кислотаһы һәм йодты һалығыҙ.
Төнәтмәне еләк япраҡтары аҫтына тиклем лыс һыу булғансы һибегеҙ. Был микро һәм макро элементтар ашламаһы ғына түгел, ә ҡоротҡостарға ҡаршы ла бик яҡшы ысул.
Фото: diz-cafe.com