Был һорауға яуап бик ябай. Шулай ҙа, аңлайышлыраҡ булһын өсөн, уларҙың ике төрлө булыуын иҫкәртеп үтәйек: бүләк итергә ярағандары һәм ярамағандары бар. Уларҙы нисек айырырға һуң? Хәләл булған һәр нәмәне бүләк итергә ярай, ә хәрәм булған һәр әйберҙе юҡ. Сәғәт тыйылған, хәрәм әйберҙәр исемлегенә инмәй. Тимәк, уны бүләк итергә мөмкин.
“Сәғәт бүләк итеү ғүмерҙе ҡыҫҡарта” тигән һүҙҙәргә лә ышанмағыҙ! Ғүмерҙе һәм уның оҙонлоғон бары тик Аллаһы Тәғәлә генә бирә, тип яҙа “Дин вә мәғыйшәт”.
Фото: pixabay.com.