+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Май 2022, 15:00

Бына, исмаһам, "етәксе"!

Меләүез районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары төҙөлөш ойошмаһынан ике миллион һум күләмендә аҡса талап иткән.

Бына, исмаһам, "етәксе"!
Бына, исмаһам, "етәксе"!

Район хакимиәте етем балаларға торлаҡ бүлеү программаһы буйынса төҙөүсене билдәләүгә аукцион үткәрә. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт билдәләнә, уның менән туғыҙ фатир төҙөүгә муниципаль контракт төҙөлә. Артабан йәмғиәттән тағы ла инвалид өсөн бер фатир алыуға килешеү төҙөргә тейеш булалар. Әммә, комиссияның фатирҙы ҡабул итеү актына ҡаршылыҡһыҙ ҡул ҡуйыуын тәьмин итеү өсөн, район хакимиәте башлығы урынбаҫары төҙөлөш фирмаһынан ике миллион һум аҡса талап итә.

13 майҙа яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең офисында ришүәт алыусының 34 йәшлек аралашсыһы аҡсаны алған саҡта тотола. Шул уҡ көндә Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫарын да ҡулға алалар.  

Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү дауам итә.

Фото: moneyman.ru

https://shonkar.com/news/novosti/2022-05-16/byna-kem-etemd-r-e-rizy-yn-ashay-2804954

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: