+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2022, 12:00

Эш буйҙамы ни?

Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең ҡыҫҡа буйлы булыуынан уңайһыҙлыҡ кисерә, оҙон буйлыларға көнләшеп тә ҡарай әле.

Эш буйҙамы ни?
Эш буйҙамы ни?
Ә бит буйҙы 3-5 сантимерға булһа ла үҫтереп була, шуны белә инегеҙме? Эйе, үҫмер саҡта бындай мөмкинлек бар. Организмда һәр быуын ярым бөгөлгән хәлдә була, ә кешенең умыртҡалығында 32 быуын бар. Уларҙың һәр ҡайһыһын төҙ тотоу иҫәбенә 3 сантиметрға “үҫеп” була. Турникта күнегеүҙәр яһау был һөйәктәрҙең тартылыуына һәм турайыуына булышлыҡ итә. Ә теләгегеҙҙе эстән генә ҡабатлап тороғоҙ: “Мин көндән-көн үҫәм”, - тип.
Өҫтәп шуны әйтер инем: буй кейем кеүек тәүҙә генә күҙгә салына, ә кешене үҙ-үҙен тотошо, аҡылына һәм һөйләгән һүҙҙәренә ҡарап баһалайҙар. Кешенең буйын сантиметрлап ҡына үлсәп булмай, хатта ҡыҫҡа буйлы булһағыҙ ҙа, башығыҙҙы юғары күтәреп, ғорур йөрөгөҙ.
 
Фото: megaboo.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: