Ни өсөн беҙ уларҙы ошо айҙа ғына осратабыҙ? Ҡайҙан барлыҡҡа киләләр, тәбиғәткә зыянлы түгелме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләйек әле.
Был ҡуңыҙҙар – бик тә сәйер бөжәктәр. Аэродинамика закондары буйынса улар бөтөнләй осорға тейеш түгел. Ҙур кәүҙәһе, бәләкәс кенә ҡанаттары менән ерҙән күтәрелеп тә китә алмаҫтар кеүек. Ләкин ул был хаҡта бер нәмә лә белмәй, осоуын дауам итә. Секундына 2 – 3 метр ара үтеп, ерҙән 6 – 100 метр бейеклеккә күтәрелергә һәләтле.
Уның ғүмере әллә ни оҙон түгел, уныһының да күп өлөшөн ер аҫтында үткәрә. Тәүге өс йылда ҡорт рәүешендә йәшәп, тамырҙар менән туҡланып, дүртенсе йылда ҡурсаҡҡа әүерелә, ә бер нисә айҙан ҡуңыҙ барлыҡҡа килеп, май айында ер өҫтөнә сыға ла инде. Инә бөжәктәре йомортҡа һала ла һәм шуның менән бахырҡайҙарҙың тормош циклы тамамлана ла ҡуя.
Май ҡуңыҙҙары Европа һәм Рәсәйҙең урта биләмәһендә йәшәй. Америкала, мәҫәлән, уларҙы осрата алмаҫһың. Аппетиттары бик шәп, ағас-ҡыуаҡтарҙы кимерәләр, бер ай эсендә гектарлаған урманға зыян килтерергә мөмкиндәр. Шулай ҙа өнәп бөтөрмәгән бер ҡыуағы бар, ул да булһа – сирень.