Элек поездарҙы шулай тип йөрөткәндәр. XVII быуат аҙағында йөктәрҙе ташыу өсөн бәләкәй генә вагонлы паровоздар төҙөйҙәр. Ул вагондар махсус ағас юлы буйлап хәрәкәт итә. Ә 1804 йылда Ричард Тревитик донъяла беренсе “локомотив” поезын уйлап таба. “Локомотив” – урындан ҡуҙғатыу, тигәнде аңлата. Тәүҙә ул ҡеүәтле пар двигателе ярҙамында хәрәкәт иткән арба ғына була. Ана шул арба юл буйлап барғанда бик ныҡ һелкенә лә йыш ватыла. Шуға күрә паровоздың юлын суйындан эшләйҙәр, тик улары ла түҙмәй. Локомотив өсөн тимер рельстар кәрәклеге асыҡлана, тик ул ваҡытта тимер бик ҡиммәт була. Ричард ҡыйынлыҡтар алдында туҡталып ҡалмай, паровозды камиллаштырыуын дауам итә. 1802 йылдың 24 мартында ул рельстар буйынса йөрөүсе паровозға патент ала, был көн паровоздың тыуған көнө булып һанала.
Ә беҙҙең илдә беренсе паровозды аталы-уллы Черепановтар төҙөй. Ефим Черепанов һәм уның улы Мирон уға тиклем пар машиналары төҙөү менән шөғөлләнгән була. Атаһы Европала тәжрибә тупларға барғанда Англияла Стефенсон паровозын күрә лә Рәсәйҙә лә уны төҙөү хыялы менән яна башлай. Шулай итеп, беҙҙә 1834 йылда, 900 метр оҙонлоҡтағы, сәғәтенә 15 саҡрым менән 3 тонна ярым йөк ташый алған беренса паровоз барлыҡҡа килә.