Өҫтәүенә, көнләшерлек тиҫкәрелеккә “бонус” сифатында уҫал консерватизм да өҫтәлә.
Буғаны өйөнән иҫкергән алам-һаламды сығарып ташларға мәжбүр итеп ҡара, быны үҙең аңларһың. Ул боҙоҡ диск, мәктәп йылдарынан ҡалған дәфтәр йәки тултырылған кроссворд булһынмы – мөһим түгел. Уға барлыҡ был әйберҙәр – ҡиммәт, алтынға биргеһеҙ. Буғалар ҡот осҡос мыжыҡ: уларҙың өҙлөкһөҙ өгөт-нәсихәттәрен тыңлап, йоҡлау ғына түгел, хырылдарһың да. Был йондоҙнамә вәкилдәре – йомоҡ шәхестәр. Буға менән һөйләшеүгә ҡарағанда стена менән әңгәмәләшеү анһатыраҡ. Һис юғы, стенаны ҡаҡҡас, геүләү ишетәһең. Буғаға килгәндә, ул ҡәбер тынлығы һаҡлай, өндәшмәүҙе хуп күрә.
Буға мөхәббәткә әйбергә ҡараған кеүек ҡарай, һинең артыңдан йөрөгәндә ни тиклем күберәк аҡса тотонһа һәм ваҡыт үткәрһә, һин уға шул ҡәҙәр нығыраҡ ҡәҙерле буласаҡһың. Башҡаларға оҡшамаған үҙенсәлек көтөү урынһыҙ – Буғаның консерватизмы мөхәббәт эштәренә лә тарала.
ЮЛАМАН.