+20 °С
Облачно
Төрлөһөнән
19 Мая 2022, 06:00

Сепей алһаң, белеп ал!

Бер тәүлеклек кенә сепейҙәрҙең ҡайһыһы әтәс, ҡайһыһы тауыҡ икәнен дә айырырға була.

Сепей алһаң, белеп ал!Сепей алһаң, белеп ал!
Сепей алһаң, белеп ал!

* Бының өсөн ҡошсоҡто аяғынан эләктереп күтәрергә кәрәк. Тауыҡ сепей башын аҫҡа йәшерә, әтәсе өҫкә күтәрә.

* Себештәрҙең аппетитын да тикшереү ҡамасауламай. Улар ем һалыуға иғтибар итергә, һис юғы уның менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Әүҙемлектәрен тикшереү өсөн тартмаға шаҡылдатып ҡарарға була. Теремектәре шунда уҡ тауышҡа иғтибар итә.

*Уларҙы ҡатырға тартмала алып ҡайтыу яҡшыраҡ. Һауыт төбөнә йомшаҡ сепрәк йәйегеҙ, 30х30 сантимтер үлсәмлеһенә 25 – 30 сепей һыя. Температура 27 – 30 тирәһе булһа һәйбәт, шунан юғарыраҡ булғанда, ҡошсоҡтар ҡыҙа, түбәнерәк төшкәндә, өшөргә мөмкин.

*Ауырыу себештең күҙгә ташланып торған билдәһе: ул ҡанатын һала һәм арт яғы еүеш була.

 Фото: zozy.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас