+21 °С
Облачно
Төрлөһөнән
20 Мая 2022, 08:00

Гармония һәм симметрия - ышаныслыҡ билдәһе

Ҡултамғаң һинең хаҡта башҡаларға бик күпте һөйләй, белдегеҙме? Имзаларҙы ике төргә бүлеп ҡарап була: ир-егеттәрҙеке һәм ҡатын-ҡыҙҙыҡы. Тәүгеләре йыш ҡына баҫыңҡы, көслө ваҡыты менән бер аҙ һауалы, ә гүзәл заттар нәфис, нәзәкәтле һәм үҙенсәлекле ҡултамғалар һайларға тырыша. 

Гармония һәм симметрия - ышаныслыҡ билдәһеГармония һәм симметрия - ышаныслыҡ билдәһе
Гармония һәм симметрия - ышаныслыҡ билдәһе
Психологтар әйтеүенсә, имзалағы һәр хәреф, һәр билдә һәм һыҙыҡ хужаһының холҡо тураһында һөйләй икән. Мәҫәлән, ҡултамғалағы осло башлы хәрефтәр йәки мөйөштәр кешенең ауыр холоҡло булыуын, бәхәсләшергә яратыуын дәлилләй. Ә түңәрәк башлы, бер-береһенә йомшаҡ ҡына текәлеп торған хәрефтәр имза эйәһенең нескә күңелле, аралашыусан һәм бик яғымлы булыуын аңлата.
Ҡултамғаның күләме, хәрефтәренең ҙурлығы ла мөһим роль уйнай икән. Әйтәйек, имзаның оҙонлоғо – уйлап эш итеү күрһәткесе. Ә хәрефтәрҙең үҙ-ара гармонияла, симметрияла урынлашыуы кешенең ышаныслы булыуы һәм башҡаларҙа ла ошо сифаттарға өҫтөнлөк биреүен күрһәтә. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы факт: хәрефтәрҙең бер юлға һыймайынса, бейешеп йөрөүҙәре кешенең көслө рухлы һәм темпераментлы булыуын аңлата. Һыҙыҡ, түңәрәк, нөктә йәки башҡа өҫтәмә билдәләр менән тулыланған имзала йәшерен генә сер һаҡлана, ә оҙон һыҙыҡ менән тамамланғаны ниҙер әйтеп бөтөрмәгәнлек, йәшереү билдәһе икән. Һуңғы хәреф түңәрәк йәки ярымтүңәрәк рәүешендә һүҙ башына ҡайтарып ҡуйылған булһа, ул кеше эштән һәм тормоштан ҡәнәғәт түгеллеген белдерә, имеш. Тулҡын һымаҡ һыҙыҡтар башҡалар менән уртаҡ тел таба белеүҙе, аралашыу өсөн бик тә ҡулай кеше булыуыңды иҫбатлай, ти ғалимдар.
 
Фото: zen.yandex.by
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас