+20 °С
Облачно
Төрлөһөнән
23 Мая 2022, 08:00

Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Көндәр йылытыу менән, үҙ йорттары менән йәшәгәндәр, ваҡ ҡына ҡара ҡырмыҫҡалар кереп тулыуына зарлана. Был көтөлмәгән ҡунаҡтарҙан ҡотолоу бик еңел эш түгел.

Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?
Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Мөйөштәрҙән, иҙән ярыҡтарынан кереп, ризыҡ булған аш-һыу бүлмәһенә табан үҙҙәренә юл һала был бөжәктәр. Күпселек хужабикәләр уларҙы ағыулы химикаттарһыҙ бөтөрөп булмай, тигән фекерҙә. Шулай ҙа тәүҙә ҡул аҫтында булған зарарһыҙ сараларҙы ҡулланып ҡарарға кәрәк.

Иң башта ҡырмыҫҡалар кереп йөрөгән ярыҡтарҙы яҡшылап скотч менән йәбештереп сығығыҙ ҙа юлдарына ваҡ тоҙ һибегеҙ. Улар тоҙ менән дуҫ түгел. Шулай уҡ, ҡырмыҫҡалар төйөлгән корицаны ла яратмай. Был сара үтемлерәк булһын өсөн корицаға саҡ ҡына шәкәр ҡомо ҡушып ебәрәгеҙ.

Бөтнөк, лаванда үҫтерһәгеҙ, япраҡтарын мөйөштәргә, плинтус буйҙарына теҙергә мөмкин. Ҡырмыҫҡалар эфир майҙары еҫенән дә алыҫҡараҡ ҡаса. Ҡайһы берәүҙәр бөжәктәрҙе юҡ итеү өсөн манный ярмаһы ҡуллана. Улар тупланған урынға һалып сығырға ғына кәрәк. Тағы ла бер ысул, бор кислотаһына шәкәр ҡомо ҡушығыҙ ҙа шуны ҡатырға киҫәктәренә һалып, ҡырмыҫҡалар күберәк тупланған урындарға ҡуйып сығығыҙ.

Ошо сараларҙың бер-икеһен генә ҡулланып ҡараһағыҙ ҙа, өйҙәге ҡырмыҫҡалар ике-өс көн эсендә юҡҡа сығыр.

Фото: panorama-rezekne.lv          

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас