Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2022, 17:00

Илау ҙа файҙалы

Баҡтиһәң, илау ҙа файҙалы икән бит! Ә беҙ ундай кешене "балауыҙ һыҡма әле" тип әрләргә яратабыҙ.

Илау ҙа файҙалы
Илау ҙа файҙалы
Ана шул балауыҙ һыҡҡанда лизоцим тигән фермент бүленеп сыға ла 10 минут эсендә кәрәкмәгән бактерияларҙың 90-95 процентын үлтереп бөтөрә, тиҙәр.
Илау тағы ла күҙҙәрҙе һаҡлай. Бер минутта кеше 10-15 тапҡыр күҙен йомоп ала – күҙ алмаһы дымлана. Ә дым етмәһә, ҡабаҡтар ҡорой, ул ауырыуҙы табиптар “быуат сире” тип атай хатта. Йәш элпәһе зарарланыуы арҡаһында яҡтылыҡтан күҙ сағыла, әрнеп ауырта башлай. Ваҡытында дауаханаға бармаһаң, күреү һәләте лә юғалыуы мөмкин.
Ә өлкәндәргә илау бөтөнләй һәйбәт: организмдан стресты сығара, ҡан баҫымы түбәнәйә, йөрәк тибеше нормалләшә. Шуға күрә тыйылырға ярамай, булған хроник сирҙәрегеҙҙең аҙып китеүе ихтимал.
Ҡаты итеп бәрелгәс, ауыртыуҙан үҙенән-үҙе күҙ йәшенең атылып сығыуы ла тиктомалға түгел. Ул ауыртыуҙы кәметә. Ҡайһы бер белгестәр, илау организмды кислородҡа байыта, ти. Шулай булғас, илайһы килгәндә – тыйылмағыҙ, күҙ йәштәрегеҙгә ирек бирегеҙ!
 
Һүрәт: ок.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: