-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Май 2022, 18:15

Ҡара ишек

(Тәрбиәүи тема) Бер илдә батша хакимлыҡ иткән. Уның үҙенең сәйер яҡтары булған. Һуғышта әсирҙәр алһа, тегеләрҙе ҙур залға йыйғандар. Барыһын да уртаға теҙеп баҫтырғас, батша һүҙ башлаған:– Мин һеҙгә бер мөмкинлек бирәм! Залдың уң яҡтағы мөйөшөнә ҡарағыҙ!

Ҡара ишек
Ҡара ишек

Әсирҙәр ҡараштарын шул яҡҡа табан йүнәлткәс, уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған, теләһә ниндәй мәлдә лә хәрәкәткә килергә әҙер торған яугирҙарҙы күргән.
– Ә хәҙер, – тип дауам иткән батша, – залдың һул яғына ҡарағыҙ!
Һулға боролғас, әсирҙәр ҡурҡыныс ҡара ишекте күргән. Ҙур, ауыр ишеккә кеше кәүҙәләренең төрлө өлөштәре эленгән, ә тотҡаһы урынына мәйеттең ҡулы ҡуйылған. Был ишеккә ҡарау түгел, уны күҙ алдына килтереү ҙә ҡот осҡос икән.
Шунан батша залдың уртаһына баҫып ҡысҡырған:
– Һайлағыҙ: уҡсылар үлтерәме, әллә ҡара ишекте асып сығып, шунда бикләнеп ҡалырға теләйһегеҙме? Хәл итегеҙ! Һәр кемдең һайларға мөмкинлеге бар.
Хәл иткес мәл еткәндә бөтә әсирҙәр ҙә бер үк ҡарарға килгән: улар дүрт метрлыҡ ҡот осҡос ҡара ишеккә яҡын килеп кеше ҡанына, мәйеттәргә, һөлдәләргә ҡарап торған да: «Уҡтан үлеүең яҡшыраҡ!» – тип хәл иткән.
Бер-бер артлы башта ҡара ишеккә, шунан уҡсыларға ҡарағандан һуң батшаға:
– Был ишекте асып, уның артында бикләнеп ҡалғансы уҡтан үлем ҡабул итеүең хәйерлерәк, – тип белдергән.
Меңәрләгән яугир шундай үлемде һайлаған. Береһе лә ҡара ишекте асып ҡарамаған.
Бына бер заман һуғыштар бөткән. Уҡсыларҙың береһе ҙур залды һепереп йөрөгәндә унда батша килеп ингән. Һалдат, ҡурҡышынан тулҡынланып, ҡыҙыҡһыныуынан оялып ҡына батшаға мөрәжәғәт иткән:
– Ғәли йәнәптәре! Һеҙ минең һорауыма, зинһар, асыуланмағыҙ. Күңелемде гел ҡыҙыҡһыныу өйкәп торҙо: ошо ҡара ишек артында нимә йәшерелгән?
– Иҫләйһеңме, мин һәр ваҡыт әсир­ҙәргә һайлау мөмкинлеге бирҙем. Ә хәҙер бар ҙа ишекте үҙең асып ҡара.
Һалдат, ҡурҡышынан ҡалтырап, ишекте һаҡ ҡына әҙ генә асып ҡараған һәм уның аҫтынан иҙәнгә яҡты ҡояш нуры төшкәнен күргән. Ишекте ҙурыраҡ асып ебәрһә, күҙенә яҡтылыҡ килеп бәрелгән. Ә хуш еҫле туғай сәскәләре, үләндәр еҫе танауына килеп бәрелгән. Уҡсы ҡара ишектең яланға сығыуын, шунан киң юл асылыуын аңлаған.
Беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙең аңыбыҙҙа шундай ҡара ишекте йөрөтәбеҙ, ул – беҙҙең ҡурҡыуыбыҙ. Әммә әгәр ҙә беҙ бер аҙым, ҡурҡыуыбыҙға табан тик бер аҙым ғына яһаһаҡ, тормошобоҙҙо балҡытыусы ҡояш нурына эйә булыр инек.

З. ЯЛСЫҠАЕВА.

Фото: Дзен.Яндекс

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас