Ҡыҙҙы Гиннестың рекордтар китабына ла индергәндәр. Ваҡ ҡына ҡаты бөҙрәләрҙән күпереп кенә торған сәсенең оҙонлоғо – 20 сантиметр, ә формаһы буйынса 147 сантиметр диаметрлы шарҙы хәтерләтә. Ул тәүҙә ҡыйынһынып, нисек тә булһа турайтып булмаҫмы икән, тип уйланып баш ватҡан. Әммә һуңынан күнегеп тә киткән.
Симон башын аҙнаға бер тапҡыр йыуа, сәсен 6 сәғәт буйына киптерә. Һәр кемдең үҙ хәстәре инде: кемдер сәс ҡуйылығынан интекһә, кемдер уның һирәклегенә зарлана.
Фото: newsae.ru