+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Май 2022, 10:00

3 – 17 йәшлек балалар пособиеһына кемдәр хоҡуҡлы?

Айлыҡ түләүҙе барлыҡ ғаиләләр ҙә ала алмай, өс шарт бар. Әгәр ҙә бер генә шарт та үтәлмәй икән, һеҙгә ул түләнмәйәсәк.

3 – 17 йәшлек балалар пособиеһына кемдәр хоҡуҡлы?
3 – 17 йәшлек балалар пособиеһына кемдәр хоҡуҡлы?

Беренсенән, ғаиләнең бәлиғ булмаған барлыҡ ағзаларының да даими рәсми килеме булырға, әммә ул ғаиләнең һәр ағзаһына уртаса йәшәү минимумынан түбәнерәк булырға тейеш. Йәғни аҙ килемле ғаилә.

Икенсенән, ғаиләгә бер фатир, бер машина һәм бер генә башҡа милек теркәлергә мөмкин. Был “мохтажлыҡ критерийы” тип атала.

Өсөнсөнөн, ата-әсәләр һәм бала ла Рәсәй граждандары булырға һәм Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәргә тейеш.

Түләүҙәр бер йылға билдәләнә.

Ҡалған һорауҙарға яуаптарҙы ошо һылтанма буйынса инеп уҡығыҙ: https://www.bashinform.ru/cards/2022-05-24/shest-samyh-vazhnyh-voprosov-pro-detskie-posobiya-s-3-do-17-let-2816023

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: