Тәүҙә дүрт мөгөҙлө үгеҙбалыҡ сөсө һыуҙа йәшәмәй, тип уйлағандар ғалимдар. Һуңынан Алыҫ Төньяҡта Таймыр ярымутрауындағы Кета күлендә йәшәүе асыҡланған. Йылы диңгеҙҙән һалҡын көньяҡ күленә нисек килеп эләккән һуң? Баҡһаң, ул Таймырҙа бик күптән йәшәгән икән. Элек унда диңгеҙ һыуы йылы булған. Һуңынан климат үҙгәргән, диңгеҙ сигенгән, ә үгеҙбалыҡ ҡалған. Ул яңы шарттарға – сөсө һыуға һәм оҙон ҡышҡа ҡулайлашҡан.
Төньяҡта йәшәү осоронда был балыҡ бик ныҡ үҙгәргән. Хәҙер ул балаларын тере килеш тыуҙыра, диңгеҙ балығы кеүек, ыуылдырыҡ сәсмәй. Үгеҙбалыҡ ауға эләкһә, унан ысҡына ла сығып ҡаса.
Таймырҙағы күлдәрҙең һәр береһендә үҙенә бер төрлө балыҡтар йәшәй. Таймырҙа ундай күлдәр бик күп. Шуға ла инде ундағы балыҡтарҙың төрөн һанап бөтөрлөк түгел.