+13 °С
Дождь
Төрлөһөнән
27 Мая 2022, 07:00

Майлы бәшмәк

Эшләпәһе ялтырап, майланып торған был бәшмәкте илебеҙҙең ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарында осратырға мөмкин.

Майлы бәшмәкМайлы бәшмәк
Майлы бәшмәк

Улар төркөмдәр хасил итеп үҫә.  Артыҡ ҙур түгел,  эшләпәһенең диаметры 10 – 15 сантиметр була, шулай ҙа ҡайһы ваҡыт ҙурыраҡтарын да осратырға мөмкин. Эшләпәһе көрән төҫтә, майланып тора, аҫтында һары губка һымаҡ матдә урынлашҡан. Ул мамыҡты хәтерләткән аҡ элпә менән ҡапланған. Тәпәйе йыуантыҡ ҡына, тоноҡ һоро төҫтә. Бәшмәкте эшкәртер алдынан әрсейҙәр – эшләпәһендәге майлы тышсаһын һалдыралар. Беҙҙең илдә уны бигерәк тә яратып йыялар, бешереп, ҡыҙҙырып ашайҙар, ҡышҡа тоҙлап һәм маринадлап та ҡуялар. Майлы бәшмәк бик файҙалы, составында Д витамины бик күп.

Фото: fermerss.ru

 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас