Ләпелдәргә яратыуҙары үҙҙәре Игеҙәктәр булмағандарҙы таң ҡалдыра. Яндарындағы кешеләр тыңлаймы, юҡмы – быныһы мөһим түгел, сәғәттәр буйы һөйләргә һәләтлеләр. Игеҙәктәр хатта үҙҙәренең йыназаларына килеүселәргә лә табутынан тороп, һуштарынан яҙып йығылыусыларға Ғазраил хаҡында көләмәс һөйләр һымаҡ.
Ялҡаулыҡтары һөйләү оҫталыҡтарынан ҡалышмай. Ниндәйҙер теманың төбөнә тоҙ ҡойорға, уны оҙаҡлап өйрәнергә теләмәгәнлектән, теге йәки был күренеште өҙөп-йолҡоп өҫтән-мөҫтән генә һүрәтләйҙәр. Уларға хас һөнәр – ҡыл да ҡыбырлатмайынса күҙ асып йомған арала миллиондар эшләү. Эйе, аҡса Игеҙәктәргә шул тиклем күп кәрәк, сөнки уны телефондан бытылдағандай еңел һәм иркен туҙҙыралар.
ЮЛАМАН.