+4 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Май 2022, 10:00

Бармаҡмы әллә сейсмографмы?

Итальян Джорджо Карлучиҙың бармаҡтары ғәжәп үҙенсәлеккә эйә: улар ярҙамында... төрлө бәлә-ҡаза булырын алдан әйтә ала.

Бармаҡмы әллә сейсмографмы?
Бармаҡмы әллә сейсмографмы?
Оҙаҡ йылдар Этна вулканы янындағы ҡалала йәшәгән Джорджо бармаҡтары һыҙлай башлаһа, ниҙер булырын шунда уҡ иҫкәртә.
Бер саҡ төндә бармаҡтар бик ныҡ ауыртыуҙан уянып китә. Ул тиҙ генә ҡала мэрына ҡурҡыныс яҡынлашып килеүе тураһында хәбәр итергә ашыға. Йоҡонан уянып өлгөрмәгән ҡала башлығы һүҙҙең нимә хаҡында барыуын оҙаҡ ҡына аңлай алмай тора. Шулай ҙа хәүеф сигналы бирергә ҡуша. 20 минутта ҡалала бер кеше лә ҡалмай.
Оҙаҡламай Этнанан лава атылып сыға һәм ҡала бик ныҡ емерелә. Карлучиҙың «сейсмог­рафы» ярҙамында бер кем дә зыян күрмәй.
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: