Яҡшы тауыҡ тәпәйҙәрен киң итеп айырып баҫа, төҫө сағыу була, ләкин тора-бара был тоҫ тоноҡлана, сөнки буяу пигменты йомортҡа һарыһы менән сығып бөтә. Йомортҡаны насар һалыусы тауыҡ оҙон сираҡлы, быуындары тирәһенән бер-береһенә яҡынайған, йөнө төҫһөҙөрәк була. Яҡшы тауыҡтың кикереге һәм “алҡалары” ҡуйы ҡыҙыл нәфис тиреле булһа, ә насарыныҡы киреһенсә бәләкәс кенә, аҡһыл, кипкән һәм тупаҫыраҡ. Яҡшы тауыҡтың күҙҙәре – түңәрәк, ҡабарынҡы, ә теһенеке оҙонса, яҫы, төҫһөҙ була. Икенсеһендә ҡарағанда йомортҡаны һәйбәт һалыусы тауыҡтың аппетиты ла яҡшы, үҙе лә әүҙемерәк була.
Фото: pixabay.com