-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Июнь 2022, 17:00

Редис үҫтереүҙең ябай сере

Редис – баҡсабыҙҙа иң иртә өлгөрөүсе йәшелсәләрҙең береһе. Уны үҫтереүҙең бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ, тик бына ул тәмле булһын өсөн ябай ғына бер әйберҙе белеү кәрәк.

Редис үҫтереүҙең ябай сере
Редис үҫтереүҙең ябай сере

Төп сере – аҙнаһына бер тапҡыр тоҙло һыу менән туҡландырыу. Бының өсөн бер биҙрә һыуға 2 аш ҡалағы тоҙ һалып болғатырға кәрәк. Ошо алымды ҡулланғанда йәшелсә кытырҙап ҡына торасаҡ һәм бик тәмле буласаҡ, ти тәжрибәле баҡсасылар.

Тәүге мәлдә лә редисҡа һыу һибергә онотмағыҙ, юғиһә, уның эсе – буш, ә тәме әсе була. Шуныһы ла бар: был йәшелсәне ваҡытында йыйып алыу зарур. Киреһенсә булғанда ул үҙенең ҙурлығы менән һөйөндөрөргә мөмкин һәм тәме лә оҡшамаясаҡ.

Редисты тиреҫ менән туҡландырырға кәңәш ителмәй, сөнки был осраҡта уның япраҡтары ғына ҙур булып үҫәсәк.

 Фото: stroy-podskazka.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: