*Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла.
*Әгәр иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.
*Сәскә атыусы миләшкә бал ҡорттары күпләп йыйылһа, һауа торошо һәйбәт булыр.
*Июндә туғайҙан салғы тотоп үтһәң, июль баҫыуҙан ураҡ тотоп уҙырһың.
*Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.
*Июнь айының беренсе көндәрендә ямғыр яуһа, ай буйы ҡоро буласаҡ.
*Һыу тап-таҙа булып, үтә күренеп ятһа – ямғырға.
*Күктә йондоҙҙар күренмәһә, иртәгә ямғыр көт.