+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
3 Июня 2022, 09:00

Еләге лә еләге!

Баҡса еләге ап-аҡ сәскәлә ултырғанда фунгициттар, инсектициттар ҡулланырға, уларҙы химик ашламалар менән туҡландырырға ярамауын барыһы ла яҡшы белә.

Еләге лә еләге!Еләге лә еләге!
Еләге лә еләге!

Бөтә яҡлап та файҙалы, экологик таҙа уңыш алыу өсөн химик ашламаларҙан баш тартып, ҡул аҫтындағы зарарһыҙ, ябай әйберҙәрҙе ҡулланырға була. Мәҫәлән, баҡса еләген киптерелгән икмәк сохарийы һәм сүпрә һыуы менән туҡландырыу бик килешә.

Туҡландырыу өсөн икмәк кеүәҫен былай әҙерләйҙәр: 10 литры бер биҙрә һыуға 2 килограмм самаһы сохарый һалып, 3 – 4 көнгә йылы урынға әсетергә ҡуялар. Әҙер кеүәҫте яҡшылап бутағас, һөҙмәйенсә генә һәр 10 литр таҙа һыуға яртышар литр ҡушалар. Ашламаны һәр төпкә яртышар литр самаһы һибергә.

Икенсе төрлө ашлама әҙерләү өсөн ярты килограмм прессланған сүпрәне 10 литр йылымса һыуҙа болғата-болғата иретәбеҙ. Һәр 10 литр таҙа һыуға яртышар литр иретмәне ҡушып, еләк төптәренә һибеп сығығыҙ. Баҡса еләген бындай ашлама менән өс тапҡыр туҡландырырға кәрәк.

Был эштәрҙе еләк емешкә бөрөләнгәнсе эшләргә кәрәк.

Фото: fermilon.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас