Австралиялағы Макуэри университеты белгестәре, тәжрибә үткәреп ҡарап, өй себендәренең, серәкәйҙәрҙең ҡанатында антибиотиктар барлығын асыҡлаған һәм уларҙы медицина өлкәһендә ҡулланыу ысулдарын өйрәнгән.
Шуныһы ҡыҙыҡ: был турала кешеләргә яҡынса 1400 йыл элек үк әйтелгән булған! Имам әл-Бохариның һәм Ибн Мәжәһнең хәҙис йыйынтыҡтарында яҙылыуынса Әбү Һурайра (Аллаһ унан риза булһын) Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең: “Әгәр эсемлегегеҙгә себен төшһә, уны тиҙ генә (шул эсемлеккә) тулыһынса батырып алығыҙ һәм шунан ғына ташлағыҙ, сөнки бер ҡанатында – сир, икенсеһендә дауа булыр”, – тигән һүҙҙәрен тапшырған.
Ғалим Мостафа Ибраһим Хәсәндең мәҡәләһенән.
Фото: sanpros.ru