Күҙ ҡараһылай һаҡлап үҫтергән үрсетмәләрҙең фитофтороз менән ауырып китеүе борсой. Уларҙың япраҡтары һарғая, ә яңы ғына барлыҡҡа килгән алмалары ҡарая башлай. Бындай хәл булмаһын өсөн алдан уҡ сараһын күрергә кәрәк.
Беренсенән помидорҙарға һыуҙы көн дә һибәргә ярамай. Хатта көндәр ҡоро, эҫе торғанда ла ике-өс көнгә бер тапҡыр. Дым яҡшы һаҡланһын өсөн йәшелсә төптәренә яңы сабылған үлән, бысҡы сүбе һалып сығалар. Шулай эшләгәндә артыҡ сүп тә сығып яфаламай. Был – помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлау өсөн яҡшы ысул. Һабаҡтарының аҫтағы һәм ауырыу япраҡтарын өҙөп торорға кәрәк.
Тағы ла бер кәңәш: 10 литр һыуға бер литр әсегән һөт һәм 2 миллиграмм йод тамыҙып бутарға һәм шул шыйыҡсаны йәшелсә төптәренә һибеп сығырға кәрәк. (Бер сүмес шыйыҡсаны дүрт үҫенте төбөнә һалырға). Был эште башҡарыр алдынан помидорҙарығыҙға күп кенә итеп һыу һибеп сығығыҙ. Ошо ысулды ике аҙнанан тағы ла ҡабатларға кәңәш ителә.
Фото: 1istochnik.ru