+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Июнь 2022, 15:00

Йәшел эсле йомортҡа

Донъяла хикмәтле хәлдәр булып ҡына тора. Уларҙың ҡайһы берҙәренә хатта ғалимдар ҙа аңлатма бирә алмай. Шундай бер осраҡ Һиндостанда теркәлгән. Малаппурам ҡалаһында йәшәүсе ҡошсолоҡ фермаһы хужаһы Ак Шиһабудхиндың бер тауығы йәшел эсле йомортҡа һала икән. 

Йәшел эсле йомортҡа
Йәшел эсле йомортҡа

Тәүҙә ул быға әллә ни иғтибар бирмәгән. Әммә даими рәүештә йомортҡаның һарыһы урынына йәшел төҫ күргәс, уйға ҡалған. Сәйер йомортҡа һалыусы тауыҡты ла иҫәпләп сығарған.  Хужалар был йомортҡаларҙы ашарға шикләнеп, уларҙы инкубаторға ғына ҡуйып ҡараған. Ғәҙәти себештәр сыҡҡан. Тик бына ул сепейҙәр ҙә тауыҡ булып үҫеп етеп, йәшел эсле йомортҡа һала башлаған. Аптырағас, уларҙы бешереп ашап та ҡарағандар: тәме лә, еҫе лә ҡәҙимгеләр кеүек, бер нимәһе менән да айырылмай, һаулыҡҡа ла зыяны юҡ.

Йәшел йомортҡалар Һиндстанда ҙур сенсацияға әйләнеп киткән. Журналистар, ветеринарҙар, ғалимдар – береһе лә килмәй ҡалмаған ҡошсолоҡ фермаһына. Әллә ниндәй тикшеренеүҙәр үткәреп тә маташҡандар, тик яуаптары “был хәл тауыҡтар ашаған ризыҡҡа бәйле” тиеүҙән уҙмаған.  Шиһабудхин ғалимдарҙың был фараздарын шунда уҡ кире ҡаҡҡан. “Мин фермамдағы барлыҡ тауыҡтарға ла бер төлө аҙыҡ һалам, әммә улар барыһы ла йәшел йомортҡа һалмай бит”, – тигән ул.

Фото: pro-kur.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: