+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Июнь 2022, 10:00

Бөтә донъя океандар көнө

Планетабыҙҙың көп өлөшө һыуҙан тора, ҡоро ер уның 30 процентын ғына тәшкил итә. Ерҙең төп өлөшөн биш океан ҡаплай.

Бөтә донъя океандар көнө
Бөтә донъя океандар көнө
Тымыҡ океан – иң ҙуры (161,8 млн км²), ә иң бәләкәйе Төньяҡ Боҙ океаны – (14,06 млн км²). Атлантик океан (106,5 млн км²) бик тоҙло булыуы, ә Һинд океаны (70,56 млн км²) үҙенең үҙенсәлеле һыу үҫемлектәре, хайуандар һәм балыҡтар донъяһы менән данлыҡлы. Оҙаҡ йылдар буйы ғалимдар Ер йөҙөндә дүрт океан бар, тип һанаған. XXI быуат башында ғына рәсми рәүештә тағы ла бер – Көньяҡ океан (20,33 млн км²) барлығы таныла.
Уларҙа һыу гел хәрәкәт итә, ағымдар барлыҡҡа килә. Ағымдарҙың сәбәбе шул – йылы һыуҙы ел материктар буйлап поляр киңлектәргә ҡыуа, ә төньяҡтан һалҡын һыуҙар экваторға кире ҡайта. Шуға ла инде улар ҡитғаның һауа торошона һәм климатына йоғонто яһай.
Океандарҙың төбөндә 6000 мең тәрәнлектә урынлашҡан тигеҙлектәр генә түгел, унда тау теҙмәләре, вулкандар, тәрән упҡындар ҙа бар. Һыуында күп һанлы тереклек эйәләре йәшәй. Әлегә тиклем улар үҙҙәрендә бик күп сер һаҡлай. Тикшеренеүселәр һыу аҫты донъяһында йәшәүселәрҙе өйрәнә, батып ҡалған ҡалаларҙы, ватылған караптарҙың ҡалдыҡтарын да таба.
 
Фото: fotosight.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: