-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Июнь 2022, 15:00

Йәшен ҡайҙан барлыҡҡа килә?

Барыбыҙ ҙа белеп торабыҙ: көслө дауыллы ямғыр яуырға булһа, көн тынсыулана. Ҡояш ныҡ итеп йылытыу арҡаһында ер өҫтөндә эҫе һауа ҡатламы барлыҡҡа килә лә юғарыға ынтыла.

Йәшен ҡайҙан барлыҡҡа килә?
Йәшен ҡайҙан барлыҡҡа килә?
Үргә күтәрелә барған һайын, ул ҙур ағымға йыйылып, бер нисә йөҙ, хатта мең метрға тиклем менеп китә. Ныҡ бейеккә еткәс, тиҙ генә һыуыныу арҡаһында үҙендә дымды тота алмау сәбәпле, әкрен генә ваҡ-ваҡ болоттарға әүерелә башлай. Аҫтан менеп ҡушылған яңынан-яңы һауа күбәйгән һайын, улар ҡуйыр­ғандан-ҡуйыра барып, тамсыға әйләнә лә күк-ҡара төҫтәге ямғыр болоттарын барлыҡҡа килтерә.
Быға тиклем һауалағы бул­ған үҙгәреште беҙ ерҙә тоя башлайбыҙ: тәүҙә дауыл хәбәрсеһе булып, һалҡын ел иҫә, һуңынан эре-эре тамсылар тама башлай. Быларҙың барыһы менән ике гигант эскалатор системаһы идара иткән һымаҡ: берәүһе юғарыға йылы дымлы һауа мендерә, ә икенсеһе һыуынған һыуҙы аҫҡа төшөрә. Ана шул ике ҡеүәтле эшсе көстәр барлыҡҡа килтерә лә инде ямғыр болоттарында электр зарядын. Бәләкәс ыңғай зарядланған бөртөктәр болот өҫтөнә күтәрелә, ә киреләре аҫҡа төшә. Шулай булғас, йәшен – бер полюстан икенсеһенә һикереп, көслө токты кәметеп йөрөгән сатҡы һымаҡ. Сөнки үҙен уратып алған һауаны йылытыуы арҡаһында ул киңәйә лә шартлау барлыҡҡа килә. Уның ялтлауына ҡарағанда күкрәгәнен һуңыраҡ ишетәбеҙ, сөнки һауала тауыш күпкә оҙағыраҡ тарала.

Иң оҙон йәшен уты

Йәшендең беҙгә күренгән өлөшө төрлөсә оҙонлоҡта булырға мөмкин. Таулы урындарҙа ялтырағаны болоттарҙың ергә яҡын булыуы арҡаһында 100 метр самаһы ғына була. Ә уйһыу ерҙә, киреһенсә, оҙонлоғо 6 саҡрымға тиклем еткәндәре бар. Ә бына киңлеге – ни бары 1 сантиметр ғына. Күҙҙе сағылдырып, ялтлаған нәҙек ептең тышҡы ҡатламы ғына алты метр диаметр араны яҡтырта.

Тиҙлеге

Ҡурҡыныс уттың буйы һымаҡ тиҙлеге лә төрлөсә була. Иң яйы секундына 200 километрҙы үтә, был ике саҡрымлыҡ утҡа секундтың йөҙҙән бер өлөшө генә тап килә тигән һүҙ. Ҡайһы бер осраҡта ун тапҡырға тиҙерәк була. Һуҡҡан ваҡытта иң юғары тиҙлеге – секундына140 мең саҡрымға тиклем барып етә: был ут яҡтылығыныҡына ҡарағанда яртыһы ғына.
Фото: tulapressa.ru
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: