+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
8 Июня 2022, 12:00

Ялҡаулыҡтан һаҡлан

Иртән уянған егет: "Их, тағы ла әҙерәк йоҡларға ине, тик... торорға кәрәк. Бөгөн минең эштәрем бик күп», – тип уйлаған.

Ялҡаулыҡтан һаҡланЯлҡаулыҡтан һаҡлан
Ялҡаулыҡтан һаҡлан

Күҙҙәрен ыуып ҡараһа, түшәгендә сынаяҡ аҫты кеүек кенә йомшаҡ бер нәмә ятҡанын күргән.
– Һин кем? – тип һораған унан.
Тегеһе яуап ҡайтараһы урынға иҫнәгән дә:
– Егет, әйҙә, тағы ла аҙ ғына йоҡлайыҡ. Һинең түшәгең шул тиклем йомшаҡ, – тип үтенгән.
– Аҙ ғына булһа – мөмкин, – тип ауыҙ эсенән генә мығырҙаған егет һәм башын кире мендәргә һалған.
Бер сәғәттән һуң яңынан уянып ҡараһа, осрашыуға һуңлағанлығын аңлаған. Торорға итһә, карауат өҫтөндәге баяғы йомшаҡ нәмә инде табаҡ ҙурлығына әйләнгәнлеген күргән. Уныһы һимеҙ ҡулдары менән бөтәшеп барған күҙҙәрен ыуған да:
– Ҡайҙа ашығаһың, егет!? Осрашыуға барыбер һуңланың. Хәҙер тағы ла йоҡларға була, – тип мығырҙаған.
– Һин кем? – тип ғәжәпләнгән егет.
Теге нәмә яуап бирәһе урынға шул тиклем татлы итеп иҫнәгән, егет тағы мендәргә ауғанын һиҙмәй ҙә ҡалған.
Ул йәнә бер нисә сәғәт йоҡлаған һәм ҡапыл тын алыуы ауырлашыуын тойған. Шешенеп бөткән күҙҙәрен саҡ асып ҡараһа, өҫтөндә болот хәтлем теге килбәтһеҙ һимеҙҙе күргән.
– Һин кем? – тип ҡысҡырып ебәргән егет.
– Танымайһыңмы ни? Һин үҙең мине шулай үҫтерҙең бит. Мин – һинең ялҡаулығың, – тип хахылдаған теге. – Беҙ һинең менән көндө шәп үткәрҙек, эйеме?!
– Юҡ, минең бөтә тәнем ауырта. Етмәһә, бер генә эшемде лә үтәй алманым, – тип ҡаршы төшкән быға егет.
– Ярай, улайһа, тор ҙа төшкөлөктө ашап алғас, тағы ла ятырһың, – тип тәҡдим иткән теге.
– Минең эштәрем бар бит, – тип ризаһыҙлыҡ белдергән егет.
– Һинең бер ниндәй ҙә эшең юҡ, – тип Ялҡаулыҡ көлгән дә уның тирә-яғын ап-аҡ томанға ҡаплап таралған. Ошо томан эсендә егеттең эштәре лә, яратҡан ҡыҙы менән осрашыуҙары ла, ғөмүмән, бөтә тормошо юҡҡа сыҡҡан.

З. ЯЛСЫҠАЕВА әҙерләне.

Фото: behance.net

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас