+25 °С
Ясно
Төрлөһөнән
10 Июня 2022, 08:00

Ай нурҙары тәҙрәмдә

Ер планетаһының тәбиғи юлдашы Ай тураһында күп нимә беләбеҙ тип уйлаһаҡ, артыҡ билдәле булмаған ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле факттар ҙа бар икән әле.

Ай нурҙары тәҙрәмдәАй нурҙары тәҙрәмдә
Ай нурҙары тәҙрәмдә
* Уйлауыбыҙса, Айҙың беҙгә күренмәгән яғы ҡараңғы түгел, ә әйләнгәндә уның бар яғына ла Ҡояш нурҙары төшә.
* Айҙың өҫкө өлөшөндә “Аполлон-11” экипажынан тыш (Нил Армстронг һәм Базз Олдрин), тағы ла 10 астронавт булып ҡайтҡан.
* Экватор тирәһендәге температура көндөҙөн +120 градус булһа, ә төндәрен – 170-кә етә, ә башҡа ерендә һәр ваҡытта ла – 50 тирәһе һаҡлана.
* Ярты быуат элек Ай картаһындағы ике яҡ урындары менән алмашына: көнсығыш – көнбайышҡа, ә көнбайыш көнсығышына әйләнә.
* Төнгө күктә балҡыған Ай беҙгә бик яҡты булып тойолһа ла, ысынында иһә ул әле генә йәйелеп киткән асфальт һымаҡ ҡына ялтырай.
* Айҙың кире яғында төндәр, беҙгә күренгән яғы менән сағыштырғанда, ҡараңғыраҡ була (ә күккә күренгән яғында һәр ваҡыт Ер “эленеп тора”).
* Ай инде миллиард йылдар самаһы һәр йыл һайын уртаса 3 сантиметр тиҙлек менән Ерҙән алыҫлаша.
* Уның поляр өлкәләрендә генә түгел, экватор тупрағында ла ҡатҡан һыу табыла.
* Айҙың өҫкө өлөшөнөң беренсе карталары әле телескоп уйлап табылғансы уҡ төҙөлә.
 
Фото: drasler.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас